Баш ҡалала балалар баҡсаһы өсөн түләү үҙгәрә19.06.2026

Ҡарарға баш ҡала мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов ҡул ҡуйған.

Фото: 330-сы балалар баҡсаһы берләшмәһе | vk.com

Өфөнөң дәүләт балалар баҡсаларында түләү арта. Үҙгәрештәр индерелгән документҡа 18 июндә баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, 2026 йылдың 1 июленән балалар баҡсаһы өсөн көнөнә 192 һум түләргә кәрәк.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: премьер-министр Андрей Назаровтың ҡарары буйынса, ағымдағы йылда хаҡ һуңғы тапҡыр арттырыла, сөнки республика хөкүмәте раҫлаған иң юғары түләү билдәләнде.

«Башинформ» яҙғанса, Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн иң түбән түләү – Әбйәлил районында һәм Ағиҙел ҡалаһында.



Вернуться назад