Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһын алыу ҡағиҙәләрен үҙгәртергә йыйыналар18.06.2026

Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһын алыу ҡағиҙәләрен үҙгәртергә йыйыналар

Фото: «Башинформ» | фотобанк

Рәсәйҙә 1 июлдән ғаилә ипотекаһын алыу шарттары үҙгәрә: ставка балалар һанына ҡарай – улар күберәк булған һайын процент та аҙыраҡ. Сочиҙа уҙған «Хәрәкәт» форумында ошо турала һүҙ барҙы. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин һүҙҙәренсә, ғаилә ипотекаһы тыуымды арттырыуға йүнәлтелә, банктар яңы ҡағиҙәләр буйынса льготалы ипотека бирергә әҙерләнә. Бынан алдараҡ Дәүләт Думаһында түбәндәге ставкалар тикшерелде: 10% — бер балалы,  6% — ике балалы, 4% — өс һәм унан күберәк балалы ғаиләләр өсөн.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 февралдән «бер ғаиләгә бер льготалы ипотека» ҡағиҙәһе индерелде, өҫтәүенә ир менән ҡатын икеһе лә заемсы булырға тейеш ине. Ошо айҙан яңы төҙөлгән йорттарҙа  (льготалы ипотека яңы төҙөлгән йорттарға ғына бирелә) фатир һатыу йылға ҡарата уртаса 10% кәмей, ә ихтыяж икенсел баҙарға күсә башланы. Айырыуса был баш ҡалаларға һәм көньяҡтағы ҙур ҡалаларға ҡағыла, ә Башҡортостан яңы төҙөлгән йорттарҙа фатир һатыу буйынса ун төбәк иҫәбенә инде.



Вернуться назад