AY YOLA төркөмө башҡорт халҡының боронғо йолаһы тураһында йырға видеоны күрһәтте18.06.2026

AY YOLA төркөмө Kil Kotom йырына муд-видео премьераһы тураһында хәбәр итте. Музыканттар әйтеүенсә, улар кешегә ҡотон һәм йәшәү көсөн ҡайтарыу йолаһының йәнләнеүен күрһәтә.

Фото: видеонан скриншот | төркөмдөң телеграм-каналы

«Халҡыбыҙҙа элек-электән ҡот ҡойоу йолаһы йәшәп килә, — тип һөйләй музыканттар. — Бының өсөн өлкән ҡатындар ҡурҡҡан кешегә таҫтамал ябалар. Шунан һауытҡа һыу һалып, ауырыуҙың баш осонда тотҡан килеш, иретелгән ҡурғаш йәки балауыҙ ҡоялар. Һауыттың төбөндә кеше нимәнән ҡурҡҡан, шуның һындары (сылбырҙар, йыландар, имәнес йән эйәләре) күренә. Был ғәмәлде йөрәк һыны төшкәнсе ҡабатлайҙар. Шул рәүешле күңел тыныслана, ҡот кире ҡайта».

Йырҙың ҡушымтаһы кешегә генә түгел, тотош халыҡҡа, уның хәтеренә һәм көсөнә мөрәжәғәт иткән имләү кеүек яңғырай. Бында йыр башҡорттарҙың «Урал батыр» эпосы менән берләшә.

«Башҡорт ырыуҙары Урал ерендә, Урал батыр тирәләй берләшкән. Урал уларға ҡот биргән, ә Һомай иман бүләк иткән. Был аманат, ата-бабалар васыяты, һәр ғаиләлә һаҡланған һәм быуындан-быуынға тапшырылып килгән, ырыу һәм шәжәрә хаҡында хәтер менән бергә әсә һөтө менән һеңгән», — ти музыканттар.

Төркөм «Ural Batyr» туры өсөн махсус рәүештә муд-видеолар – концерттарҙа һәр йырҙы оҙатып барған видеоинсталляциялар төшөргән. Йырҙың һүҙҙәре рус теленә тәржемә менән тулыландырыла.

Бынан алдараҡ Башҡортостанда «Урал батыр» эпосын популярлаштырыуҙың яңы кимәлгә күтәрелеүе хаҡында хәбәр иткәйнек.



Вернуться назад