Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды17.06.2026

Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды

Фото: Башҡортостандың Транспорт министрлығы | социаль селтәрҙәр

Бүздәк районында «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә Бүздәк – Дәүләкән юлының 4 километрлыҡ участкаһын төҙөкләндереү башланды. Юл 60 меңдән ашыу кеше йәшәгән ике районды тоташтыра. Ошо юлдан улар район үҙәктәренә йөрөй. Шулай уҡ был туристик йүнәлеш – юл милли паркка һәм Асылыкүлгә илтә, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Транспорт министрлығында.

Бынан алдараҡ Саҡмағош – Дүртөйлө юлын ремонтлау башланды.



Вернуться назад