Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан16.06.2026

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан

Фото: Башҡортостандың Милли музейы | ВК

Өфөлә йәшәүсе Надежда Оленева үҙенең баҡсаһында боронғо артиллерия снарядын тапҡан. Ер ҡаҙып йөрөгәндә ул туп йәҙрәһенә юлыҡҡан. Уның үлсәме – 7,5 сантиметр.

Ул табылдыҡты республиканың Милли музейына тапшырған. Ғалимдар әйтеүенсә, был йәҙрәгә 300 йыл тирәһе. Ул Пугачев ихтилалынан һуң, Өфө ҡамауҙа булған ваҡыттан тороп ҡалғандыр, моғайын. Артефакт экспозицияла үҙ урынын аласаҡ, тип хәбәр иттеләр музейҙан.

Фото: Башҡортостандың Милли музейы | ВК

Хәбәр иткәнебеҙсә, Ҡыйғы районында иртә тимер дәүерендәгеҡылыс табылған.



Вернуться назад