Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан
«Башнефть-Розница» компанияһының яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтар тағы күтәрелгән.
АИ-100 бензины 50 тингә артҡан, бер литры 89,95 һум тора. Дизель яғыулығы 30 тингә ҡиммәтләнгән (77 һум). АИ-92 маркалы бензин иһә 10 тингә, 62,05 һумғаса. АИ-92 ATUM — 10 тингә, 63,4 һумға тиклем. АИ-95 һәм АИ-95 ATUM 10 тингә ҡыйбатыраҡ (66,2 һум һәм 67,45 һум).
«Лукойл» заправкаларында АИ-92 маркалы бензиндың бер литры –64,37 һум, АИ-95 – 69,23 һум, АИ-100 – 96,26 һум, дизель яғыулығы 77,99 һум тора, тип хәбәр итә russiabase.ru сайты.
