«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. Хәҙер АИ-92 – 61,95 һум, АИ-92 ATUM – 63,30 һум, АИ-95 — 66,10 һум, АИ-95 ATUM 67,35 һум тора.
АИ-100 бензинына хаҡ 50 тингә артҡан, уның бер литры өсөн 89,45 һум түләргә кәрәк. Дизель яғыулығы 30 тингә ҡиммәтерәк, 76,70 һум.
Әйткәндәй, «Башнефть» компанияһы 2026 йылдың башынан алып 14-се, ә июндә икенсе тапҡыр хаҡтарҙы күтәрҙе. Ай башында яғыулыҡтың популяр маркаларына хаҡтар уртаса 10 тингә арттырылды. Ул саҡта ла АИ-100 бензины рекордсмен булды, 50 тингә ҡиммәтләнде. Шулай итеп, ун көн эсендә ошо яғыулыҡ бер һумға ҡиммәтләнде.
«Лукойл» заправкаларында АИ-92 – 64,35 һум (+11 тин), АИ-95 – 69,16 һум (+8 тин), АИ-100 – 96,27 һум (+33 тин), дизель яғыулығы 77,89 һум (+71 тин) тора, тип хәбәр итә russiabase.ru сайты.