Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был муниципалитеттарҙа хәмер һатыу тыйыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һабантуй көндәрендә республика ҡалаларында һәм райондарында спиртлы эсемлектәр һатырға ярамай.
«Был дөйөм туҡланыу предприятиеларына ҡағылмай», — тип билдәләнеләр Башҡортостандың Сауҙа министрлығында.
Бөгөн Баймаҡ районында һабантуй бара. Иртәгә, 12 июндә, Балтас, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дыуан, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Федоровка һәм Шаран райондары игенселәре «һабан байрамын» билдәләй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, 13 июндә – Бөрө, Көйөргәҙе, Мәсетле һәм Стәрлетамаҡ райондарында, ә 20 июндә Бәләбәй һәм Көйөргәҙе райондарында һабантуй ойошторола.
Быйыл һуңғы һабантуйҙар июлдә уҙғарыла. 4 июлдә – Дүртөйлө районында, 18 июндә иһә Белоет районында.