Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә11.06.2026

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Фото: Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы | МАХ

Саҡмағош районында Саҡмағош – Дүртөйлө юлын ремонтлау эштәре башланды, тип хәбәр иттеләр Юл хужалығы идаралығында. Ике ҡат асфальт-бетон ҡатламы, юл ситтәрен нығытыу һәм тамғалар һыҙыу планлаштырыла. Былтыр Саҡмағош – Яңы Ҡото араһында 2,8 километр юл ремонтланған. Транспорт министрлығында билдәләүҙәренсә, Саҡмағош – Дүртөйлө юлы ике район үҙәге һәм күп кенә ауылдарҙың халҡын транспорт бәйләнеше менән тәьмин итә. Был юлдан тәүлегенә 2 мең автомобиль үтә.



Вернуться назад