Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды08.06.2026

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2026 йылдың ғинуар-март айҙарында уртаса айлыҡ эш хаҡы 74 880 һумға еткән. Был уҙған йылға ҡарағанда 8,5 процентҡа күберәк. Быйыл мартта төбәктә уртаса эш хаҡы 77 171 һум тәшкил иткән. Был үткән йылдың март айына ҡарағанда 6,9 процентҡа юғарыраҡ. Ошо ваҡыт эсендә республикала реаль иҫәпләнгән эш хаҡы 2,2 һәм 0,7 процентҡа артҡан.

Башинформ яҙғанса, уҙған йылдың ғинуар-декабрь айҙарында республикала уртаса эш хаҡы 74 390 һумдан ашыуыраҡ тәшкил иткән.



Вернуться назад