Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк
5 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Вологда өлкәһе губернаторы Георгий Филимонов сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Документ киң йүнәлештәр буйынса (иҡтисадтан һәм инновацияларҙан алып экологияға һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа тиклем) үҙ-ара эш итеү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Атап әйткәндә, яҡтар бизнес һәм инвестициялар өсөн уңайлы шарттар булдырырға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итергә, фәнни производстволарҙы һәм уртаҡ предприятиеларҙы үҫтерергә, үҙ-ара продукция менән тәьмин итеүҙе яйға һалырға һәм импортты алмаштырыу менән шөғөлләнергә планлаштыра.