Хәйерле сәғәттә!05.07.2012
Башҡортостан игенселәре иртә өлгөргән иген культураларын йыйыуға төштө, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Мәләүез районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативында һәм “Ергән” МТС-ының Ейәнсура районындағы Инәк бүлексәһе игенселәре ужым арышын тәүгеләрҙән булып ура башланы. Дүртөйлө районының Вәлиев исемендәге кооперативында борсаҡ йыйыуға төштөләр.
— Ураҡ былтырғыға ҡарағанда 20 көнгә алдараҡ башланды, — тинеләр министрлыҡта. — Был яҙҙың иртә килеүе һәм йәйҙең эҫе булыуы менән бәйле.
Игенселәргә бөтәһе 1 миллион 900 гектар майҙандағы игенде йыйып алыу бурысы тора.