Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды05.06.2026

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»

5 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында йыл да Стратегик башланғыстар агентлығы эшҡыуарҙарҙан һорау алыу нигеҙендә төҙөгән Рәсәй төбәктәрендә Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре иғлан ителде.

2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Сахалин өлкәһе һәм Санкт-Петербург менән бергә өсөнсө урынды алды (республикабыҙ үҙенең былтырғы позицияһын һаҡлап ҡалды). Рейтингтың беренсе баҫҡысында – Мәскәү һәм Татарстан, ә әкенсе баҫҡысты Түбәнге Новгород өлкәһе һәм Мәскәү өлкәһе бүлеште.



Вернуться назад