Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе

4 июндә XXIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Технониколь» акционерҙар йәмғиәте президенты, идара итеүсе партнеры Сергей Колесников менән осрашты. Көн тәртибендә – сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү.
«Технониколь» корпорацияһы ҡыйыҡ, гидро- һәм йылылыҡ изоляцияһы, юл төҙөлөшө һәм сәнәғәт өсөн материалдар сығарыуға махсуслаша. Башҡортостанда компанияның бер нисә етештереү майҙансығы эшләй.
Осрашыуҙа корпорацияның төбәктәге инвестиция проекттары тикшерелде. Шуларҙың береһе – керамик гранулдар эшләү. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың февралендә республика Башлығы ҡатнашлығында Учалыла яңы производство цехы асылды.
Сергей Колесников һүҙҙәренсә, республика яғынан ярҙам күләмле инвестиция проекттарын уңышлы тормошҡа ашырырға һәм талап ителгән продукция сығарыуҙы арттырыуға булышлыҡ итә.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров әлеге иҡтисади шарттарҙа республикала эшләгән предприятиеларға ярҙам итеүҙең мөһимлеген билдәләне.
«Бизнеста ябай ҡағиҙә бар – уңышҡа өлгәшкәндән һуң алға барырға кәрәк. Предприятиены үҫешкә ниндәй идара итеү механизмдары этәрә алыуын яҡшы аңлайым, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең төп бурыс – бизнес менән власть араһында ышанысты нығытыу. Мин эшҡыуарҙарҙың беҙгә ышаныуына ышанам».