Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтендә.

Үзбәкстан партнерҙары менән бергә Өфөлә Heavens Garden заманса рекреацион-ҡунаҡхана комплексын төҙөү эштәре башлана. Ул юғары кимәлдәге сервис һәм ял итеү өсөн үҙенсәлекле инфраструктура менән туристарҙы һәм өфөләрҙе йәлеп итеү урыны булырға тейеш.
«Беҙ Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү йәһәтенән планлы эште дауам итәбеҙ. Беҙҙең партнерҙарҙың Ташкентта ошондай объекттар төҙөү буйынса тәжрибәһе ҙур, һәм хәҙер уларҙың береһе Өфөлә барлыҡҡа килергә тейеш. Бөгөнгә ер участкаһы һайлап алынған һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға бирелгән», — тине хөкүмәт вице-премьеры — республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты – 2026-2035 йылдар. Эш башланған, ер участкаһы һайлап алынған. «Хевнс гарден» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте теркәлгән, саралар планы төҙөлгән.