Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе04.06.2026

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.

Фото: Лилиә Ғүмәрова | МАХ

Был көндәрҙә төньяҡ баш ҡалала 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы бара. Тәүге сәғәттәрҙә үк Башҡортостан стенды барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Республикабыҙҙың төп инсталляцияһы — яһалма зиһен технологиялары ярҙамында эшләнгән ун метрлыҡ интерактив «Шәжәрә ағасы» форумдың иң сағыу һәм һоҡланғыс экспозицияларының береһе булды, тип иҫәпләй Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова.

— Быйылғы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Республикаһы майҙансығы – иң сағыу һәм һоҡланғыс майҙансыҡтарҙың береһе. Был шәжәрә ағасы стилендә яһалған күләмле инсталляция. Ағас яһалма зиһен ярҙамында төрлө һорауҙарға яуап бирә: сәнәғәт һәм экспорт потенциалынан алып башҡорт балының төрҙәренә тиклем, – тип яҙҙы сенатор социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.  

Башҡортостан стенды — төбәктең киләсәккә ҡарашының символы, тип билдәләне ул.

«Беҙ прогресҡа һәм инновацияларға ынтылабыҙ, әммә шул уҡ ваҡытта тамырҙарыбыҙҙы һәм традицияларыбыҙҙы ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ», — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова.



Вернуться назад