Халыҡҡа ла етә, һатырға ла05.07.2012
Халыҡҡа ла етә, һатырға лаЙәрмәкәй районының “Тарҡаҙы” йәмғиәте быйыл халыҡҡа бесән һатыуҙан 1 миллион һумдан ашыу килем алырға йыйына

Ырымбур өлкәһе менән сиктәш дала зонаһында урынлашҡан “Тарҡаҙы” ауыл хужалығы предприятиеһы эшсәндәре бөгөн йәшел ураҡты ойошҡанлыҡ менән үткәреү, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы запасын күберәк туплау хәстәре менән яна.

— Беҙҙең хужалыҡта сабынлыҡтар, тәбиғи көтөүлектәр иркен. Күп йыллыҡ үләндәрҙең майҙаны ғына ла 1800 гектарға яҡын. Шифалы ямғырҙар һуңлатыбыраҡ яуып үтһә лә, быйыл һыйлы мал аҙығын мул әҙерләргә мөмкинлек бар, — ти хужалыҡ етәксеһе Ләбиб Насриев. — Әле бер звено техника Ыҡ буйындағы болонда эшләй. Һыу баҫа торған туғайҙа күстерә үләненең уңышы яҡшы. Унда һәр гектарҙан 25-30 центнер бесән йыйып алабыҙ.
Ләбиб Афазый улының күңеле тыныс: һуңғы йылдарҙа “Тарҡаҙы”ла мал аҙығы етештереү техникаһын тулыһынса яңырта алғандар. Былтыр инвесторҙар ярҙамында юғары етештереүсәнле “Полесье” комбайны, бесәнде төргәктәргә төрөүсе ПРС-180 агрегаты, башҡа төр машиналар һатып алынған. Шуның өсөн бында йәшел ураҡта алдынғы технология ҡулланыла. Яҡшы сифатлы бесән шунда уҡ ферма янындағы мал аҙығы ихатаһына ташып алына. Директор телгә алыуынса, туҡлыҡлы аҙыҡтың килограмы ла юғалмай.
— Былтыр малдарға һалам ашатманыҡ, — ти ул. — Әле хужалыҡта шартлы һәр баш малға электән ҡалған 31 центнер аҙыҡ берәмеге запасы бар. Ҡайһы бер сенаж, силос соҡорҙарын асырға ла тура килмәне. Ғөмүмән, хәҙер яңы технологияны файҙаланыу күп йыллыҡ үләндәрҙең, башҡа культураларҙың уңышын юғалтыуһыҙ йыйып алыуға булышлыҡ итә.
Директор менән Ыҡ буйындағы болонлоҡтарҙа ла булдыҡ. Ул бесән сабыуҙа хеҙмәт сәмен һүрелтмәгән уңған механизаторҙар Рәсләм Ильясов, Фәнүр Ғайнанов менән Ришат Арыҫлановты маҡтап телгә алды.
— Кәйеф күтәренке. Яңы техника менән эшләүе лә күңелле. Сабылғанды ваҡытында йыйып алыу ғына шарт,— ти егеттәр.
Шуныһы тағы иғтибарға лайыҡ: хужалыҡ ауыл эшсәндәренә яҡшы сифатлы бесәнде үҙе әҙерләп һәм илтеп бирә. Билдәләнгән көндә “КамАЗ” автомашинаһы менән йәшел төргәктәрҙе шәхси ихаталарға таратып сығалар. Ҡыҫҡаһы, бесән хәстәрен хужалыҡтың үҙ иңенә алыуы ауыл халҡы өсөн бик тә уңайлы. Хатта хәҙер төрөлгән мал аҙығын һатып алырға “Тарҡаҙы” предприятиеһына күрше ауылдарҙан, район үҙәгенән дә киләләр.
— Был беҙҙең өсөн иҡтисади яҡтан отошло, — ти Ләбиб Насриев. — Ҡоролоҡло 2010 йылда бесән һатыуҙан кассаға 1 миллион 800 мең һум аҡса ингәйне. Быйыл да мал аҙығын һораусылар бихисап. Яҡынса иҫәпләп ҡарауыбыҙса, йәшел ураҡ осоронда бесән менән алыш-биреш итеүҙән генә лә 1 миллион һумдан ашыу табыш алыу күҙаллана. Был да иш янына ҡуш. Шуға беҙ уңдырышлылыҡты күтәреү өсөн йыл һайын ҙур ғына майҙанда күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәрен яңыртабыҙ. Фермаларҙы аҙыҡ менән етерлек тәьмин итеү малсылыҡ тармағында ла эштең һөҙөмтәлелеген күтәрә. Шуға быйыл көҙ һауын һыйырҙарын 100 башҡа арттырырға йыйынабыҙ. Ә яҡын киләсәктә хосуси инвесторҙар ярҙамында 1200 баш һыйырға мегаферма төҙөү күҙаллана.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Йәрмәкәй районы.


Вернуться назад