Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне
4 июндә Башҡортостандың Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегацияһы 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында үҙ эшен башлай. Быйыл төп тема – «Прагматик диалог — тотороҡло киләсәккә юл».
Республика етәксеһе «Башинформ»дың махсус хәбәрсеһенә биргән интервьюһында форумдан нимәләр көтөүе хаҡында һөйләне.
«Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы – республикабыҙ менән таныштырыу, инвестиция сәйәсәтенең айырылғыһыҙ өлөшө ул. Шуға күрә идара итеү командаһының байтаҡ өлөшө бында. Әүҙем булырға, үҙең тураһында һөйләргә, өҫтөнлөктәрҙе күрһәтергә кәрәк. Сөнки бында шул иҫәптән инвестициялар һәм заманса проекттар өсөн көрәш бара.
Мин нимәләр көтәм? Күп осрашыуҙар, мәҫәлән, Стәрлетамаҡтың «Шихан» һыра ҡайнатыу заводына «ингән» «Арнест» компанияһы менән осрашыу планлаштырылған. Улар һыра етештереүҙе ике тапҡырға арттырҙы, шунда уҡ бюджетҡа акциздар ҙа артты. Уларға арпа кәрәк – Башҡортостан әҙер. Беҙҙең аграрийҙар уны 300 миллион һумға һатып, оҙайлы контракт алды. Яҡшы, файҙалы эш.
Иртәгә Стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция мөхите рейтингы иғлан ителә. Беҙ һәр ваҡыт ныҡлы рәүештә өсөнсө урынды биләнек. Тап ауыр ваҡытта инвестиция һала белергә кәрәк», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сара 6 июнгә тиклем бара, унда 100-ҙән ашыу илдән 20 меңгә яҡын ҡатнашыусы, шул уҡ ваҡытта 76 илдән дәүләт эшмәкәрҙәре һәм сәйәсмәндәр йыйыла.
Форумдың ҡунағы – Сәғүд Ғәрәбстаны, илебеҙгә энергетика министры етәкселегендә 200 кешенән торған делегация килде. 5 июндә пленар ултырышта Рәсәй, Үзбәкстан, Танзания президенттары, шулай уҡ Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе урынбаҫары һәм Сәғүд Ғәрәбстанының энергетика министры ҡатнаша.