Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы
3 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы үҙ эшен башланы. Унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша, ул йыл һайын форумда ҡатнашыусыларҙы үҙенең экспозицияһы менән хайран ҡалдыра.
Беҙҙең стендтың үҙәгендә – яһалма зиһен ярҙамында эшләнгән «Шәжәрә ағасы» интерактив инсталляцияһы. Ул төбәктең ҡаҙаныштары, инвесторҙар өсөн өҫтөнлөктәр, Башҡортостандың технологик һәм инновацион ҡеүәте менән таныштыра, республика тураһында һорауҙарға яуап бирә.
Беҙҙең экспозиция ҡунаҡтарын шулай уҡ Башҡортостандың боронғо традицияларҙан алып заманса проекттарға тиклемге тарихы тураһында иммерсив шоу көтә. Стендта теләгән урынды һайлап, республика буйлап сәйәхәт итергә һәм төбәктең матур тәбиғәтен күрергә мөмкин. Шулай уҡ бында республиканың төп проекттары менән танышырға була. Әйтәйек, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы, Рәсәй-Белоруссия инвестиция кластеры, «Росхим» компанияһы проекттары, «Бекабад» технопаркы һәм башҡалар.
«Башинформ»дың махсус хәбәрсеһенә төрлө илдәрҙән килгән делегациялар өсөн махсус сюрприздар: Башҡортостан артистары башҡарыуында милли бейеүҙәр, хеҙмәттәшлек тураһында тематик роликтар һәм сәләмләү әҙерләүҙәре хаҡында һөйләнеләр. Беҙҙең стендта күп быуатлыҡ традицияларҙың заманса проекттарға илһамландырыуын, йолаларҙы хөрмәт иткән һәм инновациялар барлыҡҡа килгән күп милләтле төбәктең мөхитен күрергә һәм тойорға мөмкин.
«Башинформ» Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында дөйөм инвестициялар күләме 125 миллион һум тәшкил иткән өс килешеүгә ҡул ҡуйырға планлаштырыуы хаҡында ла яҙғайны.