Шишмә районындағы яңы объектҡа инвестициялар күләме ярты миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк.

Шишмә районында яңы туристик комплекс төҙөү проекты Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтендә. Турбазаны «Ковчег» компанияһы төҙөй, ул уға 449 миллион һум инвестиция һала һәм 30 эш урыны булдыра.
Туркомплекста эко-парк, 10 ҡунаҡ йорто, ресторан, кофейня, хайуандарҙы ваҡытлыса аҫрау урыны, ат һарайы һәм манеж, шулай уҡ ветеринария комплексы була, тип һөйләнеләр компанияла. Бында иппо - һәм канистерапия (аттар һәм эттәр менән) менән шөғөлләнергә мөмкин.
Дәүләт ярҙамы алыу һәм бизнес-план әҙерләү өсөн инвесторға документтар пакетын әҙерләгәндә ярҙам күрһәтелде, тейешле ер участкаһы табылды, район хакимиәте менән – инеү юлын ойоштороу, ә ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән объекттарҙы инженер селтәрҙәренә тоташтырыу мәсьәләһе тикшерелде.