Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы республикала Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәктәрен ойоштороу буйынса проектты тормошҡа ашыра башланы. Улар төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, бизнестың һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән хеҙмәт күрһәтеү өсөн тәғәйенләнә.
Палата президенты Юрий Пустовгаров журналистар менән осрашыуҙа түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
— Беҙ Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәген Сауҙа-сәнәғәт палатаһының бүлендек структураһына әүерелдерәсәкбеҙ. Уның филиалдарында (республика буйынса 30-ға яҡын) юғары уҡыу йорттары студенттары, уларҙы тамамлаусылар эшләйәсәк. Асылда, беҙ студенттарҙы эшкә йәлеп итәбеҙ, юғары уҡыу йорттары янында яңы предприятиелар асабыҙ, — тине Юрий Пустовгаров.
Бындай үҙәктәрҙе ойоштороу зарурлығы нимәгә бәйле һуң? Сөнки эшҡыуарҙарҙың финанс-иҡтисади, юридик белем кимәле түбән, төбәктә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм уны үҫтереү тураһындағы мәғлүмәтте бер урында һәм арзан хаҡҡа алыу мөмкинлегенең булмауы.
Өфөнән ситтәге эшҡыуарҙар финанс һәм мәғлүмәт ярҙамын ҙур ҡыйынлыҡ менән ала. Өҫтәүенә административ ҡаршылыҡтар ҙа байтаҡ. Һөҙөмтәлә эшҡыуар баҙарҙан китә йәки етештереү һәләте кәмей.
Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең тәүге территориаль үҙәктәрен Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында (Сибай, Белорет), көньяғында (Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат), көнбайышында (Октябрьский, Туймазы), төньяҡ-көнбайышында (Нефтекама, Бөрө) асыу күҙаллана.
Төп офис Өфөлә Бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҙәгенең 6-сы корпусында (Чернышевский урамы, 82) урынлашасаҡ.
Ғ. ИШЕМҒОЛОВА.