Башҡортостанда яғыулыҡҡа хаҡ артҡан26.05.2026

Башҡортостанда яғыулыҡҡа хаҡ артҡан

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы | архив

Башҡортостанда «Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың ҡайһы бер маркалары һәм дизель 50 тингә ҡиммәтләнгән. 2026 йылдың башынан хаҡ ун өсөнсө тапҡыр арттырылды.

26 майҙан АИ-100 бензинының бер литры - 88,45 һум. Әйткәндәй, һуңғы тапҡыр уның хаҡы март уртаһында ғына күтәрелгәйне (+30 тин). Дизель яғыулығының бер литры 75,90 һум тора. Солярка 1,3 һумға ҡиммәтерәккә һатыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уның да хаҡы 19 майҙа 50 тингә артҡайны.

«Лукойл» заправкаларында АИ-100 бензины – 95,81 һум, дизель 76,92 һум тора, тип яҙалар russiabase.ru сайтында. 



Вернуться назад