Башҡортостанда ферма һәм техника заводы төҙөлә22.05.2026

Өфөгә эш сәфәре менән Ташкент өлкәһенән Premier Electrotech компанияһы делегацияһы килде. Компания республика биләмәһендә бер юлы ике уртаҡ проектты бойомға ашыра.

Фото: Маргарита Болычева | Мах

Иглин районында яҡтар 300 һыйырға иҫәпләнгән заманса ферма төҙөргә планлаштыра. Яңы юғары технологиялы комплекс халыҡҡа эш урындары булдырыуҙы һәм районды урында етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота.

Шулай уҡ Башҡортостанда көнкүреш техникаһы етештереү буйынса завод барлыҡҡа киләсәк. Был иһә импортты алмаштырыуға һәм магазин кәштәләрендә яңы тауарҙар һатыуға өлөш индереү, тип билдәләне республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Сәфәр барышында ҡунаҡтар Иглин районы башлығы һәм «Өфө» индустриаль паркы директоры менән осрашты. Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек республика халҡына файҙа килтерерҙәй реаль эштәргә әүерелә, тип өҫтәне министр.

Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда яңы ял итеү базалары барлыҡҡа киләсәк.



Вернуться назад