Баш ҡалала каштандар сәскә атҡан20.05.2026

Баш ҡалала каштандар сәскә атҡан

Фото: Өфөнөң Киров районы хакимиәте | социаль селтәрҙәр

Каштандар башлыса апрель аҙағы – май башында сәскә ата, ләкин быйыл һауа шарттарына бәйле улар һуңыраҡ сәскәгә күмелде.

Ап-аҡ каштан сәскәләре ҡала урамдарын биҙәй. Өфөлә был ағастар «Башҡортостан» дәүләт концерт залы эргәһендә, Ленин, Киров урамдарында, Октябрь проспекты йорттары алдында, Ҡурсаҡ театры янында, шулай уҡ Ботаника баҡсаһында осрай.

Бынан тыш, Кузнецов затоны биҫтәһендә Каштан аллеяһы ултыртылған. Хәҙер бында сәскә атыу осоро күҙәтелә, тип хәбәр итә Киров районы хакимиәте. Каштандар 3 аҙнаға тиклем сәскә ата.

Бынан алда Башҡортостанда йәшәүселәргә ниндәй сәскәләрҙе бер түтәлгә ултыртырға ярамауы хаҡында һөйләнеләр.



Вернуться назад