Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республикала сәсеү эштәренең барышы тураһында оператив мәғлүмәттәр еткерҙе.

Бөгөнгә республикала планлаштырылған майҙандарҙың 65% ашыуына, йәғни 1,306 миллион гектар яҙғы культуралар сәселгән. Уҙған аҙнала аграрийҙар тәүлегенә яҡынса 80 мең гектар сәскән.
«Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары яҙғы сәсеүҙе тамамлаған тиерлек, — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. — Тағы һигеҙ районда сәсеү эштәре 80 проценттан ашыуға башҡарылған. Улар араһында Ауырғазы, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй, Бүздәк, Илеш, Ғафури һәм Шишмә райондары бар».
Әлеге ваҡытта республиканың 33 районында майҙандарҙың 50% ашыуы сәселгән.
Башҡортостандың 18 районы хужалыҡтары ужым, яҙғы иген һәм шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәрен тәрбиәләү менән мәшғүл. 15 майға ҡарата 73 мең гектарҙа химик утау үткәрелгән. 15 майға 73 мең гектарҙа химик утау үткәрелгән.
Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән ҙур интервьюны бында уҡығыҙ.