Башҡортостанда ямғырҙар урынына эҫе көндәр килә
Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, шишәмбе, 12 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа ҡойма ямғыр, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы +17, +22°, төньяҡ-көнсығышта +10, +15°.
Шаршамбы, 13 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көнсығышта +1°, көндөҙ +21, +26°.
Кесаҙна, 14 майҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +8, +13°, таулы райондарҙа +3° тиклем, көндөҙ +23, +28°.