Йәннәт һәм Сәрүәт: Башҡортостанда ата-әсәләр ниндәй исемдәр һайлай

ЗАГС реестры мәғлүмәт-аналитика порталы яңы тыуған балаларға ҡушылған популяр һәм үҙенсәлекле исемдәр исемлеген яңыртты.
2026 йылдың 11 майына ҡыҙҙар араһында һирәк осраған исемдәр – Катрина, Йәсминә, Йәннәт, Инна һәм Лолита. Малайҙар араһында иһә Арнест, Сәрүәт, Янислав, Мирзаүмәр һәм Диназ.
Башҡортостанда ҡыҙҙарға йышыраҡ Амелия, Йәсминә, София, Әминә һәм Эмилия тип ҡушалар. Ә малайҙарға Әмир, Эмир, Тимур, Роман һәм Михаил тигән исемдәр һайлайҙар.