Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде07.05.2026

"фө аэропорты ваҡытлыса ябылды.

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Башҡортостан территорияһында пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.

«Башҡортостан Республикаһы территорияһында пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде. Өфө аэропортында һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға сикләүҙәр индерелде. Уяу булығыҙ», — тиелә хәбәрҙә.

Башҡортостан территорияһында пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала «112 – Ашығыс ярҙам» ҡушымтаһы әҙерләнде. Уны телефонға ҡуйырға тәҡдим ителә. Ҡушымта ярҙамында хәл-ваҡиға тураһында хәбәр итергә, табиптарҙы, янғын һүндереүселәрҙе, полицияны һәм башҡа хеҙмәттәрҙе саҡырырға мөмкин. Бынан тыш, ҡушымта телефонға республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре һәм пилотһыҙ хәүеф режимы, шулай уҡ уны ғәмәлдән сығарыу тураһында push‑хәбәрҙәр ебәрә.



Вернуться назад