Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды06.05.2026

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан статистары республиканың торлаҡ баҙарындағы уртаса хаҡтар тураһында хәбәр итте.

2026 йылдың ғинуар-март айҙарында беренсел торлаҡ баҙарында бер квадрат метрҙың хаҡы уртаса 150,7 мең һумға еткән. Был 2025 йылдың аҙағына ҡарағанда 2,7 процентҡа күберәк.

2026 йылдың беренсе кварталында «икенсел» торлаҡтың бер «квадраты» өсөн уртаса хаҡ 110 мең һум тәшкил иткән. Уҙған йылдың аҙағы менән сағыштырғанда хаҡтар 0,84 процентҡа артҡан.

 



Вернуться назад