Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара06.05.2026

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы | сайт

5 майға 49 районда яҙғы культураларҙы сәсеү эштәре бара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан. Бөтәһе 335,5 мең гектарҙа сәселгән йәғни пландың 17%. Әлшәй, Ауырғазы, Благовар, Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы һәм Стәрлетамаҡ райондары хужалыҡтары 30% ашыу майҙанда сәскән. Сәселгән культуралар араһында әлегә күберәк көнбағыш (90 мең гектар) һәм бойҙай (81 мең гектар).

Бөтәһе 2,65 миллион гектар сәселә, ә яҙғы баҫыу эштәренең хаҡы 32 миллиард һумға баһаланған.



Вернуться назад