Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр06.05.2026

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр. Был хаҡта бәхилләшеү сараһында билдәле булды.

Бер нисә минут элек Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында матәм митингы тамамланды. Константин Толкачевты һуңғы юлға оҙатырға йөҙләгән кеше: яҡындары, коллегалары, депутаттар, йәмәғәтселәр, сәйәси эшмәкәрҙәр һәм республиканың ябай халҡы килде. Сара юғары вазифалы кешеләр, шул иҫәптән хәрби хеҙмәткәрҙәр ҡатнашлығында үтте.

«Тотош дәүер, кешеләр, ваҡиғалар, хәҙерге Башҡортостандың барлыҡҡа килеү һәм формалашыу дәүере китә», – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телмәрендә.

Константин Толкачевтың хәтере мәңгеләштереләсәк,  тип вәғәҙә бирҙе ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Йыйылышы рәйесе һуңғы йылдарҙа ҡаты сир менән көрәште, ләкин эшләүен дауам итте. Ул 4 майҙа 74-се йәшендә вафат булды.



Вернуться назад