Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Өфө предприятиеһы Сербияға 20,3 тонна бал һатҡан. Продукция 70 мискәгә тултырылған һәм фураға тейәлгән. Йыл башынан дуҫтарса мөнәсәбәттәге Балҡан иленә татлы ризыҡ өсөнсө тапҡыр оҙатыла, бөтәһе 81 тонна ебәрелгән. Уҙған йылда Сербияға 101,5 тонна бал һатылған.
Шулай уҡ Ҡытайға 1,6 мең тонна етен оҙатылған – был 62 тимер юл вагоны. Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарынан Ҡаҙағстанға 1,2 мең тонна арпа ебәрелгән.
«Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 2030 йылға сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙар экспортының реаль үҫешен 2020 йыл менән сағыштырғанда 70% арттырыу.