Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды04.05.2026

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостандың 43 районы игенселәре яҙғы культуралар сәсеүгә төштө, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Республикала тәүлегенә уртаса 25-27 мең гектар сәселә, технологик мөмкинлек – 100 мең гектарға тиклем, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.

3 майға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, республикала 214 мең гектар йәғни пландың 11% сәселгән. 124 мең гектарҙы – яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары, 79 меңдән ашыу гектарҙы – май бирә торған культуралар, 7 мең гектарҙы – шәкәр сөгөлдөрө, яҡынса 5 мең гектарҙы мал аҙығы культуралары биләй.

Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Әлшәй һәм Мәләүез райондары аграрийҙары яҙғы культуралар сәсеү майҙаны буйынса алдынғы урында килә.

 



Вернуться назад