Башҡортостанда “ҡара алтын” сығарыусы “Башнефть”, “Газпром”, “Роснефть”, “Лукойл” һәм башҡа ҡеүәтле предприятиеларҙы хеҙмәтләндереүсе байтаҡ йәмғиәт барлыҡҡа килде. Күмертау ҡалаһында ошо йүнәлештә эшләүсе “ЮжУрал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — шундайҙарҙан. Бөгөн 10 йыллығын билдәләүсе был ойошманың эшмәкәрлеге бөтөн Рәсәйгә билдәле, ә ҡалала ул — ҡаҙнаға иң күп һалым түләүселәрҙең береһе.
Предприятиеға тәүге көндән алып Рәсәйҙең почетлы нефтсеһе, Башҡортостандың Эшҡыуарҙар ассоциацияһы союзы ағзаһы Зиннур Исхаҡов етәкселек итә. Бөгөн юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә ҙур, татыу коллектив үҙенең юбилейын фиҙакәр, тырыш хеҙмәте менән оло абруй яулап ҡаршы ала.
Йәмғиәттең төп эшмәкәрлеге — трактор, төрлө маркалы автомобилдәр, нефть промыслаһы ҡоролмаларына запас частар етештереү һәм күмәртәләп һатыу. Ойошманың тағы ла бер мөһим йүнәлеше — заказсыларҙы нефть продукттары, дизель яғыулығы, бензин, машина майы менән тәьмин итеү.
Предприятие “Газпром”, “Лукойл”, “ТНК-ВР”, “Роснефть”, “Башнефть”, “Татнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре менән хеҙмәттәшлек итеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен ышаныслы партнер итеп күрһәтергә өлгөрҙө. Хәҙер Өфө, Ырымбур, Һарытау, Быҙаулыҡ, Дондағы Ростов, хатта Ҡаҙағстандағы эре филиалдар Сауҙа йортоноң ғорурлығы булып тора. Силәбе трактор заводы, “Салауатнефтеоргсинтез”, Ишембайҙағы “Нефтемаш” һәм Күмертау авиапредприятиеһын үҙе етештергән продукция менән хеҙмәтләндереүгә килешеү төҙөгән. Сауҙа йортоноң Күмертауҙа ла байтаҡ клиенттары бар, күрше Ырымбур өлкәһенән дә заказдар күп.
Запас частар етештереү, күтәреү агрегаттарын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтты сифатлы башҡарыу өсөн “ЮжУрал-Ойл” коллективы барлыҡ көсөн һала. Йылдан-йыл заманса яңы технологиялар үҙләштерелә, килешеүҙең үтәлеше лә яҡшыра бара. Эштең башҡарылыу ваҡытына һәм сифатына ҡарата заказсыларҙың дәғүә белдермәүе Сауҙа йорто хеҙмәткәрҙәренең үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауын дәлилләй.
...Көйөргәҙе районының киң билдәле батырҙар төбәгендә — Кинйә Арыҫланов тыуып үҫкән Кинйабыҙ ауылында донъяға килә Зиннур Закир улы. Уның нәҫел тамырҙары ла милли геройыбыҙға барып тоташа. Зиннур — ғаиләлә иң өлкән бала. Сәскә кеүек алты һылыуына өлгөлө ағай булып үҫә. Хәҙер инде Сажиҙә, Рәшиҙә, Райхана, Әлфиә, Әлмирә, Зөлфирә — бөтәһе лә белемле, тормошта үҙ урынын тапҡан. Әммә әле лә яратҡан ағайҙарының кәңәшен, ярҙамын тойоп, рәхмәтле булып йәшәйҙәр.
Ябай ауыл малайына Күмертау тау-металлургия техникумын тамамлау ҙур донъяға юл аса. Тәүҙә уны Себерҙәге нефть ятҡылыҡтарын үҙләштерергә ебәрәләр. Эшкә урынлашыу менән ныҡышмал егет Төмән нефть һәм газ институтына уҡырға инә. Юғары белемле, эшсән белгес “Лукойл” нефть компанияһында хеҙмәт баҫҡыстары буйлап үрләй, ошо тармаҡта үҙен эшлекле, булдыҡлы етәксе итеп таныта, абруй яулай. Төмән ҡала Советына ике тапҡыр депутат итеп һайлайҙар. 1991 — 1993 йылдарҙа АҠШ-та финанс, эшҡыуарлыҡ буйынса уҡырға тәҡдим булғас, инглиз телен өйрәнеп, Вашингтон, Техас, Нью-Йорк, Чикаго ҡалаларында донъя кимәлендәге ғалимдарҙың ғилемен йотлоғоп тыңлай. Ә инде 2001 йылда бик күп урынға эшкә саҡырыуҙарына ҡарамаҫтан, ғаиләһе менән күңеле тартҡан тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ҡулы белгән эшенә — нефть промыслаһы ҡорамалдарына запас частар етештереүгә һәм ремонтлауға тотона. “Тыуған яҡҡа ҡайтып, эшем уң булһа, ниәттәрем тормошҡа ашһа, тыуған ауылымда мәсет төҙөтөр инем”, — тип әйткән нәҙерен дә үтәй Зиннур Закир улы. Булдыҡлы милләттәшебеҙ иман йортон изге Рамаҙан айында аса һәм уны әсәһе хөрмәтенә “Зөлхизә” тип нарыҡлай.
Бөгөн 90-ды ҡыуған атаһы Закир менән әсәһе Зөлхизә Яҡуп ауылында сөкөрҙәшеп, татыу ғүмер итә. Ата-әсә бала бәхете менән бәхетле, тиҙәр. Бер бөртөк ул һәм алты ҡыҙҙан ана күпме береһенән-береһе уңған туған-ырыу, ейән-ейәнсәр! Һәр береһендә белемгә, һөнәргә ынтылыш көслө булыуы һөйөндөрә уларҙы. Зиннур Закир улы менән хәләл ефете Фәйрүзә Хәмиҙулла ҡыҙы үҙҙәренең улы һәм ҡыҙы янында туғандарының етем ҡалған ике балаһына күңел нурын, өй йылыһын бүлә алған. Хәҙер һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан.
...Рухлы милләттәшебеҙ шәфҡәтлелек күрһәтеү яғынан да тирә-яҡта киң билдәле. Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, шәжәрә байрамдарын ойоштороуҙа, күргәҙмәләр асыу, мәктәптәргә, мәҙәни һәм спорт сараларына даими бағыусылыҡ ярҙамын күрһәтә. Яҡташтарына “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырып бүләк итеүе үҙе генә лә ни тора! Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хакимиәттәре етәкселеге төбәктең социаль тормошонда әүҙем ҡатнашыусы “ЮжУрал-Ойл” йәмғиәте менән бергә аңлашып эш итә.
Зиннур Исхаҡов “Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре-2009” китабына индерелгән, төрлө ордендар менән бүләкләнгән. Юбилей көндәрендә уңған эшҡыуарға һәм ул етәкселек иткән коллективҡа сәләмәтлек, уңыштар юлдаш булһын.
Гөлсимә СӘЛИХОВА