Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды23.04.2026

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы | социаль селтәрҙәр

Һауа торошоноң боҙолоуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда күпселек хужалыҡтар яҙғы культуралар сәсеүгә тотондо, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.

22 апрелгә республиканың 18 районында сәсеү башланды. Эштәр 7,1 мең гектар майҙанда башҡарылған. Башлыса иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәсәләр. Әлегә 1,2 мең гектар бойҙай, 1,3 мең гектар арпа, 1,9 мең гектарҙан ашыу һоло сәселгән. Бер нисә хужалыҡ ҡуҙаҡлы һәм май бирә торған культуралар сәсеүгә төштө. Сәсеүҙә Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Ейәнсура райондары аграрийҙары әүҙемлек күрһәтә. 



Вернуться назад