Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән17.04.2026

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән.

Фото: «Башинформ» | фотобанк

Мартта республикала хаҡтар февралдәгә ҡарағанда әкренерәк артҡан. Шул уҡ ваҡытта йыллыҡ инфляция үҙгәрмәгән тиерлек һәм 6,1% кимәлендә булған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Милли банкынан. Яҙ башында инфляцияның әкренәйеүенә республикала ял итеүгә хаҡтарҙың түбәнәйеүе ныҡ йоғонто яһаны. Көндәрҙең аномаль йылы тороуына бәйле тау саңғыһында шыуыу миҙгеле иртә тамамланды.

Ғөмүмән, яҙҙың беренсе айында хеҙмәттәр аҙыҡ-түлеккә һәм аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙарға ҡарағанда нығыраҡ ҡиммәтләнде. Трамвай һәм троллейбуста йөрөү хаҡы һиҙелерлек артты. Тарифтарҙы индексациялау ташыусыларҙың сығымдары артыуына бәйле. Йомортҡа, шәкәр хаҡы ла юғары. Шул уҡ ваҡытта һөт етештереүҙең артыуы аҡ майға һәм һөт продукцияһына хаҡтарҙың түбәнәйеүенә килтерҙе.

Һорауҙың кәмеүе арҡаһында эре көнкүреш техникаһы арзанайҙы. Смартфондар, ноутбуктар, компьютерҙар, киреһенсә, ҡиммәтләнде. Компоненттарҙың етешмәүе тәьҫир итте: етештереүселәр ресурстарҙы яһалма интеллект технологияларын үҫтереүгә йүнәлтте.

Дөйөм алғанда, ил буйынса йыллыҡ инфляция 5,9% тәшкил итте. Хаҡтарҙың артыуына юл ҡуймау өсөн һорау тауарҙар һәм хеҙмәттәр тәҡдим итеү мөмкинлектәренә тағы ла нығыраҡ тап килергә тейеш. Рәсәй банкы фаразы буйынса, 2026 йылда илдә йыллыҡ инфляцияның 4,5–5,5% тиклем, ә 2027 йылда маҡсатлы 4% тиклем төшөүе көтөлә.



Вернуться назад