Республика заправкаларында хаҡ артҡан14.04.2026

Республика заправкаларында хаҡ артҡан

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

14 апрелдә «Башнефть» йәнә автоһәүәҫкәрҙәрҙе бензиндың бер нисә маркаһына хаҡтың артыуы менән ҡыуандырҙы. Хәҙер АИ-92 – 61,75 һум, АИ-92 ATUM – 63,1 һум, АИ-95 – 65,85 һум, АИ-95 ATUM 67,1 һум тора.

Дизель яғыулығы һәм АИ-100-ҙөң хаҡы шул уҡ. Компанияның заправкаларында миҙгел-ара дизель – 74,6 һум, АИ-100 – 87,95 һум.

Компания быйыл апрель айында – беренсе, ә йыл башынан туғыҙынсы тапҡыр бензинға хаҡты арттырҙы. Һуңғы тапҡыр хаҡ март аҙағында үҙгәргәйне.

«Лукойл» компанияһы заправкаларында АИ-92 маркалы бензин 63,92 һум (+10 тин), АИ-95 – 68,68 һум (+19 тин), АИ-100 – 95,34 һум (+23 тин), дизель яғыулығының хаҡы үҙгәрешһеҙ – бер литры 77,18 һум, тип хәбәр итәләр russiabase.ru сайтында. 

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-04-14/v-bashkirii-vyrosli-tseny-na-zapravkah-4651462



Вернуться назад