Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды
Башҡортостан статистиктары республикала уртаса эш хаҡы күләмен хәбәр итте.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2026 йылдың ғинуарында уртаса айлыҡ номиналь хеҙмәт хаҡы яҡынса 74 275 һум тәшкил иткән. Был 2025 йылдың ғинуарынан 10,9 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта республикала реаль хеҙмәт хаҡы бер йылда 4,4 процентҡа артҡан.
Башинформ хәбәр иткәнсә, уҙған йылдың ғинуар-декабрь айҙарында республикала уртаса эш хаҡы 74 390 һумдан артып киткән.