Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы

Башҡортостанда асфальт-бетон заводтары эшләй башлай, тип хәбәр итте транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Уның һүҙҙәренсә, Шишмә районында ҡышҡы консервациянан һуң асфальт-бетон заводы асылған. Яңыртылғандан һуң ул сәғәтенә 60 тоннаға тиклем ҡайнар ҡатнашма етештерә. Республикала тағы бер нисә завод эшләй: Өфөлә, Стәрлетамаҡ һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында.
Башҡортостанда бөтәһе 50-гә яҡын асфальт-бетон заводын асыу планлаштырыла, шуларҙың 25-е «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенә ҡарай. Подрядсылар ҡайнар ҡатнашма ярҙамында соҡорҙарҙы ямау эшенә тотонған.
«Апрель баштарына республика юлдарында 7 меңдән ашыу етешһеҙлек асыҡланған, шуларҙың яртыһы тиерлек бөтөрөлгән. Быйыл 550 саҡрымдан ашыу юлды һәм 15 күперҙе тәртипкә килтереү планлаштырыла, уларҙың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 1900 погон метр тәшкил итәсәк», — тип йомғаҡ яһаны Любовь Минакова.