Ҡулсанан сығыу юлы бармы?03.07.2012
“Берҙәм Рәсәй” партияһы республика эшҡыуарҙары мәнфәғәтен яҡлаясаҡ

“Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһе сәйәси советы ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм үҫтереү буйынса совет үҙенең яңы етәксеһен һайланы. Ул — “Трансинтер” компанияһы президенты, Рәсәй Дәүләт Думаһының элекке депутаты Илдар Ғималетдинов. Совет составына республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан Сауҙа ассоциацияһы, Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселәре, Башҡортостан Республикаһындағы эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил, партияның төбәк бүлексәһе, “Йәш гвардия”, йәмәғәт ойошмалары һәм республикалағы эшҡыуарҙар союздары вәкилдәре инде.
Башҡортостанда яңы эш башлаусы йүнселдәрҙең тәү сиратта ниндәй ярҙамға мохтаж булыуы һәм советтың уларҙың проблемаларын хәл итеүҙә ниндәй ярҙам күрһәтәсәге хаҡында Илдар ҒИМАЛЕТДИНОВ һөйләй:

— Совет ике йыл самаһы эшләй. Эшҡыуарҙар берекмәһе яғынан, моғайын, уға ҡарата дәғүәләр ҙә булғандыр. Мин ни өсөн етәкселек итергә ризалаштым? Сөнки эшҡыуарлыҡ өлкәһендә тәжрибәм етерлек, йүнселдәрҙең ниндәй проблемалар менән осрашыуын һәм уларҙы нисек хәл итергә кәрәклеген беләм. Иң тәүҙә башҡарма власть менән эшҡыуарҙар араһында эшлекле мөхит булдырырға тейешбеҙ. Мин биш йыл самаһы ошо мәсьәләләр менән шөғөлләнәм. Дәүләт Думаһы яҡшы закондар сығара. Әммә улар башҡарма властың түбәнге кимәленә еткәндә үтәй алмаҫлыҡҡа әүерелә.
— Ни өсөн?
— Сөнки төрлө күрһәтмәләр, кәңәш-тәҡдимдәр барлыҡҡа килә. Башҡарма власть вәкилдәренә проблемаларҙы булдырмау маҡсатында эшҡыуарҙы баҙарға индермәү еңелерәк була. Тап шуға күрә бөгөн улар араһында аңлашыу кәрәк.
— Был ыҙғышҡа килтермәҫме?
— Беҙ власть эшенә контроллек итеүҙе, уның менән бәхәскә инеүҙе маҡсат итеп ҡуймайбыҙ. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең проблемаларын хәл итеүҙә ярҙамлашырға теләйбеҙ. Үҙ тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: теләһә ниндәй мәсьәләне ғәмәлдәге ҡануниәтте боҙмайынса ыңғай хәл итеп була. Һәр эшҡыуар, ҡайҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, беҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Уларға мин генә түгел, совет ағзалары ла ярҙам итәсәк. Совет составына Башҡортостандың тәжрибәле эшҡыуарҙары инде. Бизнесҡа тотонған кеше — ҡыйыу кеше, сөнки ниндәйҙер килем килтергән даими эш урынынан эшҡыуарлыҡҡа китеү билдәһеҙлек хисе уята. Бөгөн, дөйөм алғанда, йүнселлек менән халыҡтың 8 – 11 проценты шөғөлләнә. Эш менән ныҡлы шөғөлләнергә теләүсе бизнесмендар район хакимиәтенә килеп инеү менән чиновниктар яғынан үҙҙәрен аңламауын тоя. Унда “Райондан аҡса һурырға килдегеҙме?” йәки “Һин беҙгә нимә бирә алаһың?” тигәнерәк һүҙҙәр ғәҙәткә ингән. Ләкин яңы эш башларға ниәтләгән кеше районға нимә бирә ала? Уға ике-өс йыл эшләргә, аяҡҡа баҫырға мөмкинлек бирегеҙ. Шул саҡта районға ярҙам итеү хаҡында ла һүҙ күтәрергә мөмкин. Ниндәй ҙә булһа төпкөл ауылда бер участковый ғына ла эшҡыуарҙың тормошон тамуҡҡа әүерелдерә ала. Башлаусыға ғына түгел, аяғында ныҡлы баҫып торғандарға ла көнө-төнө эшләргә тура килә.
— Ә күҙәтеү органдары, суд һәм башҡарма власть, хоҡуҡ һаҡлау органдары ни өсөн?
— Әгәр дәүләт власының барлыҡ институттары тейешенсә эшләһә, беҙҙең кеүек орган булдырыу ихтыяжы ла тыумаҫ ине, сөнки Дәүләт Думаһы һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай сығарған закондар нигеҙендә генә лә эшҡыуарҙар тыныс йәшәй һәм эшләй алыр ине. Ләкин ысынбарлыҡта улай түгел. Был тәңгәлдә беҙ коррупция, ришүәтселек менән күҙмә-күҙ осрашабыҙ. Президенттан башлап ябай граждандарға тиклем ошо хаҡта һөйләй. Беҙ хоҡуҡ һаҡлау органдары, Башҡортостандың Иҫәп-хисап палатаһы менән хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ. Эшҡыуарҙарҙың законлы хоҡуҡтарын боҙған бер генә күренеште лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ.
— Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса хәл Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендәгегә ҡарағанда яҡшыраҡ. Йүнселдәргә республика бюджетынан үҙенең эшен асыуға субсидия бүленә.
— Беҙҙең совет барлыҡ эшҡыуарҙарҙы берҙәй тигеҙ күреп һөҙөмтәле эшләргә ынтыласаҡ.
Азат САҘРЫЕВ.


Вернуться назад