Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән19.03.2026

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән

Фото: Андрей Назаров / социаль селтәрҙәр

Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу бюджетҡа 1,8 миллиард һум аҡса индергән. Был йәһәттән килем 2024 йыл менән сағыштырғанда 23,5 процентҡа артҡан, пландың 108 проценты үтәлгән, тип хәбәр итте Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрендә.

«Ер аҫты — ресурс та, төп яуаплылыҡ та. Тармаҡтағы эшмәкәрлек күләгәлә булырға тейеш түгел. Шуға күрә беҙ ҡаҙылмалар табыу һәм лицензиялар биреү буйынса иҫәп алып барабыҙ, бөгөн һөҙөмтәләрҙе ҡағыҙҙа ғына түгел, ә республиканың килемдәрендә лә күрәбеҙ. Ер аҫтын файҙаланыу тармағы бюджетҡа һиҙелерлек өлөш индерә», — тип белдерҙе хөкүмәт етәксеһе.

Андрей Назаров контроль системалы рәүештә алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Берҙәм республика мәғлүмәт системаһында 460 ер аҫтын файҙаланыусы теркәлгән, улар властарҙың контроле аҫтында эшләй.

«Бында асыҡ эш алып барыу конкуренцияны ла, ғәҙел һалымдарҙы ла арттыра, аҡсалар мәктәптәр төҙөүгә, экологик сараларға һәм бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына йүнәлтелә», — тип комментарий бирҙе премьер-министр.

Дөйөм алғанда, Башҡортостанда дәүләт реестрында меңдән ашыу ятҡылыҡ бар — файҙалы ҡаҙылмалар төрлөлөгө буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урында бара. Былтыр компаниялар ер аҫтын тикшереүгә 80 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтте, был төҙөлөш ҡомо, ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы, төҙөлөш ташының ҙур запастарын раҫланы.

Бынан алда Урал аръяғында баҡыр мәғдәнен эҙләү тураһында яҙғайныҡ.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-03-19/v-bashkirii-nedropolzovateli-zaplatili-v-byudzhet-1-8-mlrd-rubley-nalogov-4620486



Вернуться назад