Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта
Республикала 2026 йыл аҙағына уртаса хеҙмәт хаҡы кәмендә 11,4% артырға тейеш. Министр Ольга Кабанова Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ошондай бурыс ҡуйҙы.
Уның һүҙҙәренсә, 2025 йыл йомғаҡтары буйынса уртаса айлыҡ эш хаҡы 74,4 мең һумға етте (10% күберәк). Реаль эш хаҡы, йәғни инфляцияны иҫәпкә алып, был осорҙа 101,3% тәшкил итте.
Уҙған йылдың ғинуар-ноябрендә Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан эш хаҡы күләме буйынса 7-се урында булды. 2022 йылда – өсөнсө, ә 2023 йылда дүртенсе урынды биләне. Рәсәй субъекттары араһындағы рейтингта беҙҙең республика 48-се урынды алды, ә 2022 йылда – 39-сы, 2023 йылда 40-сы ине.
Ольга Кабанова ағымдағы йылдың 1 июленә тиклем халыҡтың килемен арттырыу буйынса юл картаһын төҙөргә һәм аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Был эшкә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты директоры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Кәримов етәкселегендәге эшсе төркөм ағзаларын йәлеп итеү планлаштырыла.
«Республиканың килем һәм хеҙмәт хаҡы буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында позицияһын яҡшыртыу эшен дауам итергә кәрәк», — тип йомғаҡ яһаны Ольга Кабанова.