Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара26.02.2026

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт бирҙе.

Фото: Олег Яровиков/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

26 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең «Төбәк-ара диалог: милли көс – төбәктәр берҙәмлегендә» бизнес-форумы эшләй башланы. Унда ике төбәктең машиналар эшләү, металл эшкәртеү, төҙөлөш материалдары етештереү, инжиниринг, энергетика, нефть, газ, химия һәм еңел сәнәғәт өлкәләрендә эшләгән 100-гә яҡын компанияһы ҡатнаша. Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт бирҙе.

– Республикабыҙҙың бер илде йәки төбәкте һайлап, улар менән тығыҙ эшләй башлау тәжрибәһе бар. Һөҙөмтәлә уртаҡ проекттар барлыҡҡа килә, тауар әйләнеше арта. Силәбе өлкәһе менән ошо процесты башланыҡ, уны туҡтатырға ярамай. Һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеү беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм ошондай үҙ-ара эш итеүҙең яҡшы һөҙөмтә биреүен күрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров үҙенең сәләмләү һүҙендә. – Төбәктәрҙең етәкселәре ошо процестарға әүҙем йәлеп ителеүе бизнес өсөн бик мөһим. Шуға күрә барыбыҙға ла йышыраҡ осрашырға, сәнәғәттә, ауыл хужалығында, иҡтисадтың башҡа тармаҡтарында проекттарҙы үҫтерергә кәрәк. Шулай уҡ мәҙәни-гуманитар өлкәлә, туризм өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итеү мөһим. Шуға беҙ ике төбәктең бизнес-берләшмәһенең һөҙөмтәле эше өсөн бөтә шарттар булдырырға ниәтләйбеҙ.

– Бөгөнгө миссиябыҙҙың төп бурысы – сәнәғәт кооперацияһын нығытыу, предприятиеларыбыҙ һәм бизнес араһында үҙ-ара эш итеү. Бында ғәйәт ҙур мөмкинлектәр бар. Беҙгә алға барырға кәрәк. Төбәктәрҙә булған логистик мөмкинлектәрҙе, ғилми һәм етештереү базаларын әүҙемерәк файҙаланырға кәрәк, – тине Алексей Текслер.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-02-26/v-ufe-prohodit-biznes-forum-bashkirii-i-chelyabinskoy-oblasti-4593750



Вернуться назад