Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Үзбәкстан делегацияһының Өфөгә сәфәре тураһында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡалабыҙға Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев етәкселегендәге делегация килде. Яҡтар шулай уҡ берлектәге «Бекабад» технопаркы өҫтөндә эштәр барышын тикшерҙе. 2026 йылдың яҙында майҙансыҡта төҙөлөш-монтаж эштәренә тотонорға ниәтләйҙәр. Башҡортостан Башлығы проектты перспективалы булыуын әйтте.
«Хеҙмәттәшлектең мөмкинлектәрен оҙаҡ һәм ентекле тикшерҙек. Технопарк буйынса эштәр алып барырға тейешбеҙ, беҙҙең яҡшы мөмкинлектәр бар. Нимәләр тураһында һөйләшеп килешкәнбеҙ, барыһын да тормошҡа ашырырға кәрәк», – тине республика етәксеһе.
Проектты тормошҡа ашырыу барышы видео-конференц-бәйләнеш ярҙамында ла контролдә тотола, тип билдәләне ул. Үзбәкстан вәкилдәре менән киләһе видео-конференц-бәйләнеш 2 мартҡа билдәләнгән.