Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте.
20 февралдә Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгендә Сәнәғәтте үҫтереү буйынса советтың киңәйтелгән ултырышында видеоконференция бәйләнеше режимында «Добрый картон» компанияһының гофротара етештереү буйынса яңы заводы эшенә старт бирелде.
«Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте, завод төҙөлөшө ике йыл барҙы. 50 яңы эш урыны булдырылды», — тип билдәләне компания директоры Денис Коткин.
Яңы заводтың төп эшмәкәрлеге: гофрировкалы ҡағыҙ һәм ҡатырға, ҡағыҙ һәм ҡатырға һауыттар етештереү. Производство 4 технологик линияны үҙ эсенә ала, улар ай һайын 5 миллион квадрат метрға тиклем гофрокартон сығарырға мөмкинлек бирә. Склад биналарының майҙаны – 4 мең квадрат метр.
2022 йылда предприятие Сәнәғәтте үҫтереү федераль фондынан 35 миллион һумлыҡ льготалы заём алды. Шулай уҡ яңы целлюлоза-ҡағыҙ, мебель, ағас эшкәртеү ҡорамалдары һатып алыу өсөн субсидияға эйә булды. 2024 йылда предприятие Сәнәғәтте үҫтереү федераль фондынан 300 миллион һумлыҡ льготалы заём алды.