Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 16% алып 15,5% тиклем төшөрҙө13.02.2026

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 16% алып 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй банкы йома көндө уҙған ултырыш йомғаҡтары буйынса төп ставканы 0,5 процент пунктына, йылына 15,5% тиклем төшөрҙө. Мәғлүмәт Рәсәй Үҙәк банкының рәсми телеграм-каналында баҫылған.

Рәсми релиздан күренеүенсә, илдең иҡтисады баланслы үҫеш траекторияһына кире ҡайтыуын дауам итә.

«Төп сценарий уртаса төп ставканың 2026 йылда йылына 13,5–14,5% тирәһе булыуын фаразлай», — тиелә хәбәрҙә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-02-13/tsb-rossii-opustil-klyuchevuyu-stavku-s-16-do-15-5-4577474



Вернуться назад