Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә

2026 йылда Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡтар күтәрелә. Был мәсьәлә республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ултырышында тикшерелде. Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы, хаҡтарҙың артыуы 1 июлдә түгел, ә 1 октябрҙә көтөлә.
Республиканың тарифтар буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Наил Шәрәфетдинов билдәләүенсә, яңы ставкалар Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт менән килешеп раҫланған. Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар инфраструктураны яңыртыу буйынса инвестиция программаларын тормошҡа ашыра алһын өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе арттырыу мөһим, тип белдерҙе ул.
Мәҫәлән, һыу менән тәьмин итеү тарифтары бер кубометр өсөн 40,51 һумдан 44,81 һумға тиклем күтәрелә (+10,6%).
Һыу бүлеү: бер кубометр өсөн 39,94 һумдан 45,03 һумға тиклем (12,7%).
Йылылыҡ энергияһы: 1 Гкал өсөн 3265,85 һумдан 3584,10 һумғаса (9,7%).
Электр уты: кВт-сәғәт өсөн 4,99 һумдан 5,55 һумға тиклем (11,2%).
Газ: бер кубометр өсөн 10,6 һумдан 11,67 һумғаса (9,6%).
Шулай итеп, 1 октябрҙән республикала коммуналь хеҙмәттәр 10,7% индексациялана. Сағыштырыу өсөн: Ырымбурҙа – 12,5%, Татарстанда – 13,4%, Пермь крайында 15% арта.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-02-11/kak-v-bashkirii-vyrastut-tarify-zhkh-4573556