Өфөлә икенсел торлаҡ ҡиммәтләнгән09.02.2026

Өфөлә икенсел торлаҡ ҡиммәтләнгән

Фото: «Башинформ» / архив

Ғинуарҙа илдә икенсел күсемһеҙ милек баҙарында фатирҙар һатыу  кәмегән, ә хаҡтар күтәрелгән, тиелә «Фатирҙар донъяһы» платформаһында.

Мәҫәлән, ғинураҙа Өфөлә икенсел баҙарҙа «квадрат»тың уртаса хаҡы 131 мең һум самаһы тәшкил иткән (декабргә ҡарата +1,7%). Бер айҙа фатирҙың уртаса хаҡы 3,6% артып, 7 миллион һумға (6,97 миллион) яҡынлашҡан. Көҙ көнө генә күрһәткес 6,77 миллион һумдан артмаған.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың баш ҡалаһында яңы төҙөлгән йорттарҙың «квадраты» 5% (172 мең һумғаса) һәм уртаса фатирҙың 2,3% (7,62 миллион һумғаса) арзанайған.

Аналитиктар әҙер фатирҙар баҙарына иғтибарҙы артыуын барыһының да льготалы ипотеканан файҙалана алмауы менән аңлата, өҫтәүенә төҙөлөп ятҡан торлаҡ 20% тиерлек ҡиммәтерәк.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-02-09/v-ufe-zametno-podorozhali-vtorichnye-kvartiry-4569985



Вернуться назад