1 апрелдән республикала йәшәүселәргә социаль пенсия индексациялана06.02.2026

Ҡарар хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителде.

Фото: архив / Башинформ

Индексация 6,8% тәшкил итәсәк, тип белдерҙе Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков.

«Социаль пенсиялар йыл һайын 1 апрелдә арттырыла. 2026 йылда индексация 6,8% тәшкил итәсәк һәм 4,3 миллионға яҡын пенсионерҙың пенсия тәьминәте кимәлен күтәрергә мөмкинлек бирәсәк. Уларҙың 3,6 миллионға яҡыны — социаль пенсия алыусылар, 700 мең самаһы дәүләт пенсия тәьминәтен алыусылар», — тине Котяков.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль пенсия алыусылар – төрлө сәбәптәр арҡаһында страховка пенсияһын алыу өсөн етерлек хеҙмәт стажы булмаған граждандар. Социаль пенсияһы төбәктәге пенсионерҙың йәшәү минимумынан кәмерәк булған граждандарға пенсия менән тәьмин итеүҙе ошо кимәлгә тиклем арттырырға мөмкинлек бирә торған социаль өҫтәмә түләү башҡарыла.

Дәүләт пенсия тәьминәте алыусылар – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсегә», «Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе» һәм «Ҡамауҙа ҡалған Сталинградта йәшәүсе» билдәләре менән бүләкләнгән граждандар, радиация йәки техноген һәләкәттәрҙә зыян күргән граждандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, осоу-һынау составы хеҙмәткәрҙәре араһынан граждандар.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-02-06/zhitelyam-bashkirii-s-1-aprelya-indeksiruyut-sotsialnye-pensii-4567881



Вернуться назад