Бизнес-проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн ауыл эшҡыуары бер ниндәй ҡаршылыҡтар алдында ла туҡтап ҡалмағанШаранда эшҡыуар, дөйөм туҡланыу предприятиеһы директоры Илүсә ханым Сәғәҙиева менән ихлас һөйләшеп ултырырға тура килгәйне.
— Мин эшемә тотонғанда әллә ни ҙур табыш алыуҙы маҡсат итеп ҡуйманым. Ризыҡ тәмле, хаҡтар арзаныраҡ булһын, кешеләр рәхмәт әйтеп яҡшы кәйеф менән китһен — минең өсөн шуныһы мөһим, — тине ул. — Беҙҙең ашхананы ит менән ауыл эшҡыуары Динар Ғәлимов тәьмин итә. Заказ буйынса ул йәш малдың түшкәһен әҙерләп ҡуя. Яңы һуйылған итте уларҙың магазинында ғына һатып алырға мөмкин. Районда шәхси хужалыҡтар ит етештереүҙе арттыра икән, бында уларҙың да тос өлөшө бар тип әйтергә була.
Эйе, уңған егет продукция етештереү менән генә сикләнеп ҡалмаған, ике йыл элек Шаран ауылында үҙенең махсус магазинын да асҡан. Хәҙер һатып алыусылар эшҡыуар Ғәлимовҡа рәхмәт уҡып бөтөрә алмай. Сөнки район үҙәгендә йәшәгән һәм мал тотмаған кешеләрҙең артыҡ ҡиммәт булмаған хаҡҡа яңы һуйылған ит һатып алыу мөмкинлеге бар. Ә ит түшкәләрен көн һайын килтереп торалар. Хәҙер хатта туймазылар ҙа сифатлы продукция алырға бында йөрөй башлаған. Динар әйтеүенсә, ял көндәрендә Өфөнән ҡайтҡан яҡташтары ла ит ризыҡтарына алдан заказ биреп ҡуя икән.
Ә бит үҙенең бизнес-проектын ғәмәлгә ашырыу ауыл эшҡыуарына еңел бирелмәгән. Шаран ауылының 1 Май урамындағы ошо бинаны һатып алыу өсөн башта банктан 1 миллион һум кредит биреүҙәрен һораған. “Залогка һалырға күсемһеҙ милкең бармы һуң?” — тиҙәр уға. Эшҡыуарлыҡта тәүге аҙымдарын яһарға йыйынған егеттең хужалығында ундай байлыҡ ҡайҙан булһын инде? Сараһыҙҙың көнөнән тигәндәй, Ирина менән Динар, Туймазылағы ике бүлмәле фатирын һатып, күпмелер ҡулаҡса ала.
— Ләкин бинаны ремонтлауға һәм йыһазландырыуға был ғына аҡса етмәне, — ти ауыл эшҡыуары. — Ярҙам һорап, “Престиж” сауҙа үҙәге директоры Анатолий Васильевҡа мөрәжәғәт иттем. Ҙур ғына сумманы унан алып торҙом. Шулай ҡаршылыҡтарҙы еңеп, үҙ маҡсатыма өлгәштем. Ит ризыҡтары менән өсөнсө йыл инде һатыу итәбеҙ.
Хәҙер эшҡыуар Ғәлимов ныҡлап аяҡҡа баҫырға өлгөргән. Малды ул шәхси хужалыҡтарҙан тереләй һатып алырға тырыша, әгәр ябыҡ булһа, уны алып ҡайтып, һимертеүгә ҡуя. Бының өсөн үҙенең хужалығында мал һимертеү майҙансығын булдырған. Ит “конвейеры” өҙлөкһөҙ эшләһен өсөн унда бер генә урынды ла буш тотмай.
— Былтыр көҙ үҙ хужалығымда 25 баш малды иткә һимерткәйнем. Яңы йыл байрамы алдынан шуның унауһын һуйҙым. Ит түшкәләрен тиҙ арала алып бөттөләр, — ти ул. — Сөнки беҙҙе беләләр, төрлө яҡтан киләләр, һеҙҙә һатылған иттең сифаты яҡшы, тиҙәр. Бөгөн һимертелгән ун баш үгеҙҙе һатыуға сығарырға йыйынам. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер ауылдарҙа халыҡ малды яңынан күпләп үрсетә башланы. Әленән-әле шылтыратып торалар, малдарын тапшырырға алдан уҡ һөйләшеп килешергә теләйҙәр.
Баҙарҙа үҙ урынын тапҡан, ит магазинында һәм шәхси хужалығында биш-алты эш урыны булдырған Динар Мәғҙәнүр улы бөгөн яҡты уй-маҡсаттар менән йәшәй. Хәҙер ул фермерлыҡҡа, ерҙә эшләүгә ныҡлап тотонмаҡсы. Хөкүмәттең лизинг буйынса программаһына эләгеп, яңы МТЗ-89 тракторын һатып алған. Район фондынан 25 гектар ер биргәндәр. Шул майҙанды эшкәртеп һәм сәсеү әйләнешенә индереп, мал аҙығын, иген фуражын да үҙе етештерергә теләй. Ул саҡта эшҡыуар Ғәлимов үҙ хужалығында һуғым малдарының һанын да арттырасаҡ, заманса йыһазландырылған магазинда ит ризыҡтары менән сауҙа итеү ҙә йәнләнә төшәсәк. Яҙ ул һатыу нөктәһенә төкәтмә төҙөргә йыйына. Яңы бизнес-проектын уңышлы яҡлап, өҫтөнлөклө шарттарҙа дәүләттән финанс ярҙамы алырға ла ышанысы ҙур.
Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Шаран районы.